Ҡурғашлы

 

 Ҡурғашлы Гафури районының таулы-урманлы район үҙәге Красноусолдан 15 километр йыраҡлыҡта (көнсығышҡа табан) урынлашҡан. Ташбүкән ауыл советына ҡарай. Ауылда мәктәп һәм почта бүлексәһе бар. Почта бүлексәһенең индексы 45057, телефон коды 34740. Күрше ауылдар - Ташбүкән, Ташлы,  Мәндем. Элгәре Совет власы ваҡытында урман хужалығы преприятиеһы эшләй ине. Хәҙерге ваҡытта ауылда бер ниндәй етештереү предприятиеһе төҙөлмәгән. Урындағы йәшәүселәр  шәхси хужалыҡтарында эшләйҙәр йәки эш эҙләп ҡыпға сығып китергә мәжбүрҙәр, күп осраҡта төньяҡ-себер яҡтарына.

Сделать бесплатный сайт с uCoz