Төп бит Ауылдың тарихы |
Ҡурғашлы ауылы тарихы.Ҡурғашлы ауылы сағыштырмаса күптән түгел, районда урман хужалығы - леспромхоз төҙөүгә бәйле ауыл булып киткән.Ҡурғашлы район үҙәге Красноусолдан 15 километр самаһы көнсығышҡа табан урман-таулы урында урынлашҡан. Үҙенең атамаһын ауыл ҡурғаш исеменән алған, сөнки ул саҡта был тирәлә ҡурғаш ятҡылыҡтар бар тигән фараз булған. 1959-сы йылда бында леспромхоз төҙөлгәс, ауыл үҫә башлаған, бында мәктәп, пекарня, медпункт эшләй башлаған. Күрше тирәләге ваҡ ауылдарҙанда бында күсеп ултыра башлағандар. Ләкин 90-сы йылдарҙа леспромхоз бөткәс ауыл торғонлоҡ осорон кисерә. |
|